В театре есть такое понятие как сдача спектакля. По другому это генеральный прогон или предпремьерный показ спектакля перед коллективом театра, коллегами из других театров, узким кругом специалистов и зрителей. Если сдача открытая, то есть возможность увидеть новую постановку раньше премьеры и бесплатно. Но побывав несколько раз на сдачах и пообщавшись с разными актерами, со временем я пришел к выводу, что лучше не ходить на сдачи. Теперь я на них не хожу. Почему?
1. Естественно, первый показ перед зрителем – больше нервов и напряжения. Все это отражается на качестве.
2. Возможно, не до конца отлажены какие-то технические моменты.
3. Некоторых актеров напрягает, что их оценивают их же коллеги с выражением лица типа «ну давай удивите нас».
4. Некоторые актеры признавались, что не выкладываются полностью на сдачах, аргументируя это отсутствием зрителей.
5. Работа на полупустой зал демотивирует актеров.
6. Сравнивая одни и те же спектакли во время сдачи, и во время обычного показа, отметил совершенно противоположную реакцию зрителей (от полного игнорирования до восторга) на одни и те же моменты постановки. Соответственно и игра актеров зависит от реакции зрителя.
— Давайте выбирать качество – ходить на обычные показы, а не на сдачи спектаклей) большое спасибо за внимание, друзья)
На фото: залы башдрамтеатра, просто для красоты. Отношения к этому посту не имеют.
НИ ӨСӨН ТАМАШАСЫЛАРҒА СПЕКТАКЛДӘРҘЕҢ ТАПШЫРЫЛЫУҘАРЫНА ЙӨРӨРГӘ КӘРӘКМӘЙ?
Театрҙа спектаклдең тапшырылыуы тигән төшөнсә бар. Башҡаса әйткәндә, был спектакльде премьера алдынан театр коллективы, башҡа театрҙарҙан коллегалар, белгестәрҙең һәм тамашасыларҙың сикләнгән даирәһе алдында һуңғы тапҡыр тулыһынса күрһәтеү була. Әгәр ҙә тапшырылыу асыҡ икән, тимәк яңы спектаклде премьеранан алдараҡ һәм бушлай ҡарарға мөмкинселек бар. Тик бер нисә тапҡыр тапшырылыуҙарҙа булғандан һәм төрлө актёрҙар менән аралашҡандан һуң, ваҡыт үтеү менән мин спектаклдәрҙең тапшырылыуҙарына йөрөргә кәрәкмәй тигән һығымтаға килдем. Хәҙер мин уларға йөрөмәйем. Ни өсөн?
1. Әлбиттә, спектаклде беренсе тапҡыр тамашасы алдында күрһәтеү — ул тынысһыҙлығыраҡ һәм көсөргәнешлерәк. Былар бөтәһе лә сифатҡа йоғонто яһай.
2. Бәлки, ҡайһы бер техник яҡтары көйгә һалынып бөтмәгәндер.
3. Ҡайһы бер актёрҙарҙы уларҙы коллегалары «әйҙә инде, беҙҙе таң ҡалдыр» тигән сырай менән баһалап ҡарауҙары оҡшамай.
4. Ҡайһы бер актёрҙар, тамашасыларҙың булмауы менән дәлилләп, үҙҙәренең тапшырылыуҙарҙа бөтә көскә бирелеп уйнамағандары тураһында белдергәндәре бар ине.
5. Ярым буш залға эшләү актёрҙарҙың кәйефен ҡыра.
6. Бер үк спектаклдәрҙең тапшырылыуын һәм ябай көндө күрһәтелеүен сағыштырғандан һуң, тамашасыларҙың спектаклдәрҙең бер үк мәлдәрендә бөтөнләй ҡапма-ҡаршы реакцияларына (һанға һуҡмаузаң алып һоҡланыуға тиклем) иғтибар иттем. Шул уҡ ваҡытта актёрҙарҙың уйыны тамашасының реакцияһына бәйләнгән.
— Әйҙәгеҙ сифатты һалайыҡ — тапшырылыуҙарға түгел, ә спектаклдәргә тик ябай көндө күрһәтелгәндә генә йөрөйөк. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, дуҫтар)
Фотоларҙа: башдрамдың залдары, тик матурлыҡ өсөн. Был постҡа ҡыҫылыштары юҡ.